Башҡортостанда «Аҫылташ» башҡорт мәҙәниәте форумы үтте

Башҡортостанда «Аҫылташ» башҡорт мәҙәниәте форумы үтте

18 — 21 июлдә Баймаҡ районының Граф күле янында «Аҫылташ» башҡорт мәҙәниәте форумы үтте. Форумға республиканан һәм күрше өлкәләрҙән 300-ҙән ашыу егет һәм ҡыҙ йыйылған.

Форумды ойоштороусылар – башҡорт телен яҡлау һәм үҫтереү фонды, йәш яҡташтар берлектәре ассоцияцияһы һәм Йәш гвардия бүлексәһе.

«Һәр ваҡыт кимәлде юғары тотор кәрәк. Быйылғы «Аҫылташ» үҙенең мәртәбәһен иҫбатланы. 300 ҡатнашыусы, 30 йәштәр проекты, тиҫтәләгән төбәктәрҙән йәштәр, медиаүҙәк һәм башҡорт телендә дебат уйындарын үткәреү өсөн командалар формалаштырҙы. Ҡуйылған маҡсаттарға ирештек, артабан тағы ла ҡатмарлы һәм ныҡышмалы эш тора. Был эштә тап йәштәр ярҙамы кәрәк, алда ҡулға ҡул тотошоп тағы ла яңы үрҙәр яуларға. Республикала бындай эш башҡарыу йәмәғәтселек алдында ҙур яуаплылыҡ уята. Шуға күрә, беҙҙең команда барлыҡ эштәрҙе тормошҡа лайыҡлы башҡарырға әҙер» — тине форумдың төп ойоштороусыһыларҙың береһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, Йәштәр, ирекмәндәр эштәре һәм спорт комиссияһы рәйесе Байрас Азаматов.

Башҡортостанда «Аҫылташ» башҡорт мәҙәниәте форумы үтте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb