Башҡортостанда архитектура һәйкәлдәре арта

Башҡортостанда архитектура һәйкәлдәре арта

Башҡортостанда архитектура һәйкәлдәре дүртәүгә артты. Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ ошоға бәйле бойороҡ сығарҙы. Исемлектә Өфөләге Аксаков урамында урынлашҡан Башҡорт дәүләт педагогия университеты ятаҡханаһы, Благовещендағы Земство дауаханаһы бинаһы, Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылындағы мәсет һәм Асҡын районы Михайловка ауылындағы сиркәү күрһәтелгән.

Өфөлә 800-ҙән ашыу мәҙәни мираҫ объекттары иҫәпләнә. Уларға архитектура, ҡала төҙөлөшө, тарих, сәнғәт, археология һәйкәлдәре, иҫтәлекле урындар ҡарай. Шуларҙың 307-һе Рәсәйҙең берҙәм дәүләт реестрына индерелгән, ҡалғандары асыҡланған мәҙәни мираҫ объекттары булып һанала.

Архитектура һәйкәлдәре биналары мәҙәни мираҫ объекттары һанала һәм уларҙы емерергә йәки һүтеп ташларға ярамай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb