“Башҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе” сиктәрендә билдәле яҙыусылар сәфәрҙә булды

“Башҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе” сиктәрендә билдәле яҙыусылар сәфәрҙә булды

Рәсәй Президенты грантына тормошҡа ашырылған “Башҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе” сиктәрендә билдәле яҙыусыларыбыҙҙан бер төркөм сираттағы сәфәрҙә булды һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Проектты тормошҡа ашырыусылар шулай уҡ Бөрйән таланттары менән осрашты. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ғәмәлгә ашыр­ған “Башҡортостан Әҙәбиәт мәк­тәбе” проекты республика­быҙҙың байтаҡ ҡына төбәгендә булып өлгөрҙө. Шулай уҡ йөҙләгән йәш автор үҙ ижад емешен конкурсҡа тапшырҙы ла инде.
Көҙҙөң тәүге айында улар ара­һынан 30 ижадсы был проекттың еңеүсеһе булараҡ бүләкләнәсәк һәм ике көн дауамында баш ҡа­лала күренекле яҙыусыла­рыбыҙ һәм шағирҙарыбыҙ ойошторған оҫталыҡ дәрестәрендә камиллашыу мөмкинлеген аласаҡ. Шулай уҡ уларҙы союздың йәш ағзалары исемлегенә индереү һәм халыҡ-ара мәҙәни-әҙәби сараларҙа ҡатнаштырыу ҙа ҡаралған.
Бөрйән районы сәфәрҙең маҡ­саты булараҡ юҡҡа ғына һай­ланмағайны. Ни тиһәң дә, был тау-урмандар төбәге Самат Ғә­биҙуллин, Мөхтәр Сәғитов, Әхмәт Сөләймәнов, Таңһылыу Ҡара­мышева, Инсур Йәһүҙин, Сәрүәр Ғәләүетдинов, Мөнир Ишбулатов, Зөфәр Толомғужин, Тәнзилә Дәү­ләтбирҙина, Айһылыу Ғари­фул­лина, Иршат Теләүем­бәтов, Сө­ләй­мән Латипов, Рәсүл Сә­ғитов, Зәйтүнә Шәрипова, Ми­ләүшә Ҡа­һарманова, Флүр Ғазин һәм баш­ҡа бихисап танылған әҙиптә­ре һәм ғалимдары менән дан тота.

Яҙыусылар “Баш­ҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе” проекты, бөгөнгө заман әҙәбиәте ту­раһында һөйләне, тормошта үҙ юлыңды табыу һәм һөнәр һайлау кеүек көнүҙәк темаларҙы күтәрҙе.

“Башҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе” лә буш ҡул менән килмәгәйне – һәр мәктәптә Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең генераль директоры Илһам Йәндәүләтов шәхсән үҙе оҙатҡан китаптарҙы, шулай уҡ “Аманат”, ”Шоңҡар” журналдарын бүләккә тапшырҙы.

“Бөгөн Башҡортостан Рес­пуб­ли­каһы Яҙыусылар союзы ағза­ларының уртаса йәше 60-тан уҙҙы”, – тип белдергәйне Зәки Арыҫлан улы. Шуға ла ижадҡа йәш быуынды йәлеп итеү – үтә лә мөһим мәсьәлә. “Башҡорт­остан Әҙәбиәт мәктәбе” тап ошо маҡсатты бойомға ашырыу йүнә­лешендә эшләй ҙә инде. Бөрйән­дәге сәфәр күңелдәрҙә өмөт уятты – йәш быуынға лайыҡлы тәрбиә биргән уҡытыусылар, күңелендә туған халҡына һәм теленә һөйөү йөрөткән балалар, ижадҡа ынтылып торған үҫмер­ҙәребеҙ бар әле. Бары уларҙы үҙ мәлендә күрә, баһалай һәм үҫтерә белергә генә кәрәк. Шул саҡта, әлбиттә, иртәгәбеҙ ҙә ышаныслы буласаҡ.



 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb