Кисә, 3 июлдә Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзында билдәле режиссер һәм яҙыусы, оҙаҡ йылдар Германияла йәшәгән яҡташыбыҙ, Пермь крайының Барҙа районы башҡорто Нәсүр Йөрөшбаев менән йылы осрашыу үтте.
Сарала Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, билдәле шағирә Лариса Абдуллина, Ростов өлкәһендә йәшәүсе билдәле яҙыусы, отставкалағы подполковник Мәхмүт Сәлимов һәм уның тормош иптәше Галина Рифат ҡыҙы ҡатнашты.
Ҡәләмдәштәре Нәсүр Әндәрйән улын союзға ағза булып алыныуы менән ихлас ҡотланы һәм артабан да ижади уңыштар теләне. Ул иһә үҙ сиратында тормошҡа ашырған өр-яңы проекттары тураһында бәйән итте: мәҫәлән, яҡташыбыҙ Эрфурт архив музейында ниндәйҙер мөғжизә менән һаҡланып ҡалған башҡорт ҡормандарын һәм уҡтарын табыуға өлгәшкән. Ике йөҙ йылдан һуң уларҙы Башҡортостанға алып ҡайтыу һәм Милли музейыбыҙҙа айырым экспозиция ойоштороу мөмкинлеге бар. Әлеге мәлдә был турала һөйләшеүҙәр алып барыла.