Башҡортостан Яҙыусылар союзы яңы конкурс иғлан итте

Башҡортостан Яҙыусылар союзы яңы конкурс иғлан итте

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы "Заман ауазы" тип аталған яңы конкурс иғлан итте. бәйгегә илһөйәрлек темаһына бағышланған әҫәрҙәр ҡабул ителә. Приз фонды -  1 200 000 һум. Проект Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында ойошторола.

Ижади конкурста Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзалары ғына ҡатнаша ала. Эштәр башҡортса, русса, татарса ҡабул ителә. Әҫәрҙәр дүрт категорияға бүленә:

- Эре проза  (роман һәм повестар);

- Бәләкәй проза (хикәйә, эссе);

- Шиғриәт (поэма, шиғри шәлкем);

 - "Балалар өсөн иң яҡшы әҫәр" номинацияһы. 

Һәр категория буйынса өс урын һәм бер "Балалар өсөн иң яҡшы әҫәр" номинацияһы билдәләнәсәк. Еңеүселәргә китап сығарыр өсөн йә техника алырға 50 000 һумдан 200 000 һумға тиклем суммалы сертификаттар тапшырыласаҡ. Бынан тыш, иң яҡшы әҫәрҙәр йыйынтыҡҡа инеп, китап булып баҫтырыласаҡ.

Эштәр 30 декабргә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәр 2024 йылдың мартында билдәле буласаҡ.

Белешмә өсөн: Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. с пометкой «Голос эпохи». Телефон для справок: 8-937-471-41-76 (Искандер Рамилович Хасанов)

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb