Башҡортостан вәкилдәре Владимир һабантуйында тәүгә сығыш яһаны

Башҡортостан вәкилдәре Владимир һабантуйында тәүгә сығыш яһаны

Владимирҙағы һабантуйҙа республика вәкилдәре беренсегә сығыш яһаны. «Башинформ» мәғлүмәт агетлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостандан «Сәйетбаба» ансамбле һәм Мәскәү башҡорттары ҡоролтайынан «Сәсән» коллективы байрамды биҙәне.        

«Һабантуйҙа башҡорттар беренсегә күрһәтелде – был тарихи ваҡиға булып тора. Владимир ерендә ҡурай моңо яңғыраны, башҡорт бейеүҙәре, йырҙар башҡарылды. Өлкәлә йәшәгән башҡорттар һабантуйға күпләп килде, барыһы ла рәхмәт һүҙен йәлләмәне, күҙ йәштәрен тыйманы. Байрам һуңында беҙҙең ойошма башҡорттар менән тулыланды», - тине Владимир өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Лиана Әхмәтшина.

Аҙаҡтан ул һабантуйҙы үткәрергә ярҙам иткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына һәм БР мәҙәниәт министрлығына, Мәскәү башҡорттары ҡоролтайына, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортона, «Сәйетбаба» тарихи-мәҙәниәт үҙәгенә рәхмәт белдерҙе.    

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb