Башҡортостан Венгрияла үтәсәк Халыҡ-ара театр олимпиадаһында Рәсәй исеменән сығыш яһай

Башҡортостан Венгрияла үтәсәк Халыҡ-ара театр олимпиадаһында Рәсәй исеменән сығыш яһай

Башҡортостан Венгрияла үтәсәк Халыҡ-ара театр олимпиадаһында Рәсәй исеменән сығыш яһай. Будапешт ҡалаһында  үтәсәк Халыҡ-ара театр олимпиадаһында режиссер Айрат Абушахмановтың «Джут» спектаклен күрһәтәсәктәр. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры - фестиваль программаһына индерелгән берҙән-бер рәсәй әҫәре.

- Республикала театр мәҙәниәте кимәле бик юғары, тап шуға башҡорт драма театры олимпиадала Рәсәй исеменән сығыш яһау өсөн һайланған,- тип билдәләне Рәсәй милли театрҙар ассоциацияһы Советы рәйесе, халыҡ-ара театр олимпиадаһы комитеты ағзаһы, актер Валерий Фокин республика Башлығы Радий Хәбировҡа яҙған хатында һәм театр коллективының Рәсәй исеменән лайыҡлы сығыш яһауына ышанысын белдерҙе.

 “Джут” драмаһы ҡаҙаҡ сығышлы рәсәй драматургы Олжас Жанайдаровтың пьесаһы буйынса ижад ителгән. Ул Ҡаҙағстанда 1930 йылдарҙағы аслыҡ тарихы тураһында һөйләй. Спектаклдең премьераһы 2015 йылдың 16 октябрендә үтте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb