“Башҡортостан тарихы биттәре” республика фестиваль-марафоны сиктәрендә Белорет районы сығыш яһай

“Башҡортостан тарихы биттәре” республика фестиваль-марафоны сиктәрендә Белорет районы сығыш яһай

Республикала “Башҡортостан тарихы биттәре” тигән республика фестиваль-марафоны дауам итә. 12 октябрҙә  Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған "Башҡортостан тарихи биттәре" муниципаль берәмектәр араһында халыҡ ижады фестиваль-марафон сиктәрендә Белорет районы сығыш яһай.

Белорет районында тыуып үҫкән, тамырҙары ошо районға барып тоташҡан һәр милләт вәкилдәрен осрашыуға саҡырабыҙ.

Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә райондың иң яҡшы ижади коллективтары сығыш яһаясаҡ, фойела милли ризыҡтар һәм сувенирҙар, сәнәғәт ойошмалары тауарҙары күргәҙмәһе, Белореттың данлы үткәне һәм бөгөнгөһөнә арналған экспозиция тәҡдим ителәсәк.

Сараға рәхим итегеҙ, башлана 18.00 сәғәттә, инеү бушлай.

Баш ҡалала йәшәүсе яҡташтарҙы, студенттарҙы һәм теләгән һәр кем был матур тамашанан ситтә ҡалмаһын. Белорет оҫталары тыуҙырған ҡул эштәрен һатып алып, йыр-моңдарын тыңлап, дәртле бейеүҙәр ҡарап, күңелегеҙгә ял алып ҡайтығыҙ, дуҫтар!

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb