Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Махсус проект
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Башҡортостан Республикаһының Милли музейында йәш ижадсылар менән осрашыу үтте
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 18 май 2018
Башҡортостан Республикаһының Милли музейында йәш ижадсылар менән осрашыу үтте
16 май көнө Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Әҙәби ҡунаҡхана ултырышы үтте. Әҙәби ҡунаҡханала ҡатнашыусыларға яҙыусылар, шағирҙар,артистар, рәссамдар, режиссерҙар менән яҡындан танышыуҙан тыш, улар менән әҙәбиәт һәм сәнғәткә ҡағылышлы һорауҙар буйынса фекер алышыу мөмкинлеге лә булды.
Башҡортостан Республикаһының Әҙәби ҡунаҡханаһының сираттағы ултырышы
"Йәш ижадсы" тип аталды һәм осрашыуҙа республика матбуғат сараларында даими яҙышҡан мәктәп уҡыусылары ижадына бағышланды. Башҡортостан Республикаһының Милли музейының Әҙәби ҡунаҡхана ултырышы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы Республика Башҡорт гимназия-интернаты һәм Фатима Мостафина исемендәге 20-се һанлы Өфө башҡорт гимназияһы уҡыусылары ижадына бағышланды. Шулай уҡ "Аманат" журналының әҙәбиәт бүлеге мөхәррире Зөбәржәт Яҡупова саҡырылды. Руфина Лоҡманова, Гөлназ Ишемғужина, Лидиә Дилмөхәмәтова, Ғайсар Ҡансурин үҙҙәренең ижады менән Әҙәби ҡунаҡханала ҡатнашыусыларҙы таныштырып үтте, шиғырҙарын, мәҡәләләрен уҡып ишеттерҙеләр. Йәш ижадсыларҙың әҫәрҙәрендә тыуған
илгә булған һөйөү ҙә, ололарға хас тәрән фекерләү ҙә, балаларға хас бер ҡатлылыҡ та сағылып ҡала. Башҡортостан Республикаһының Милли музейының Әҙәби ҡунаҡханаһына Башҡортостан Республикаһының Крайҙы өйрәнеүселәр
ойошмаһының рәйесе, Башҡортостандың Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәли Фәйзрахман улы Вәлиуллин саҡырылды. Ул үҙенең балалар ижадына бағышланған шиғырҙарын уҡыны, Башҡортостандың Халыҡ шағиры Мостай Кәрим менән аралашыуынан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Зөбәржәт Яҡупова "Аманат" журналының эшмәкәрлеге менән таныштырып, сараға саҡырылған йәш ижадсыларҙың ижадына байҡау яһап үтте.
Йәш әҙәбиәтселәр үҙҙәренең ижадында күңелдәрендә булған хистәрҙе,
борсолоуҙарын, тормошҡа булған ҡараштарын, фекерҙәрен еткерергә тырышҡандар. Лидиә Дилмөхәмәтова, Руфина Лоҡманова мөхәббәткә, дуҫлыҡҡа, илһөйәрлеккә, тәбиғәткә, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа бағышланған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Гөлназ Ишемғолова "Аманат" журналында, "Йәншишмә" гәзитендә баҫылған мәҡәләләре менән таныштырҙы. Ғайсар Ҡансурин да ҡыҫҡаса үҙенең ижады менән таныштырҙы, әсәһенә,Тыуған илгә, тәбиғәткә бағышланған шиғырҙарын тамашасыларға еткерҙе. Әҙәби ҡунаҡхана ултырышы "Егеткә" тип исемләнгән музыкаль композиция менән тамамланды.
Әҙәби ҡунаҡханала ҡатнашыусыларға, сара үткәндән һуң, Башҡортостан
Республикаһының Милли музейының күргәҙмәләре буйынса экскурсия ойошторолдо.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Күренекле музыкант Рәмил Ғәйзуллин Краснодар филармонияһында сығыш яһаны
Башҡорт дәүләт филармонияһында Яҡуп Ҡолмойҙоң 100 йыллығына арналған хәтер кисәһе уҙғарыла
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Махсус проект
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө