Башҡортостан Республикаһының Милли музейында халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 135 йыл тулыуын билдәләп үттеләр

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 135 йыл тулыуын билдәләп үттеләр

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Уҡытыусы һәм остаз йылына бағышлап халыҡ сәсәне, шағир, драматург фольклорист, башҡорт әҙәбиәте классигы, башҡорт халыҡ ижады белгесе һәм фольклорын йыйыусы Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 135 йыл тулыуы билдәләнде. «Мөхәматша Буранғолов тормошонан һәм ижадынан бер-нисә бит» тип аталған күргәҙмәһен асыу тантанаһынан һуң ҡунаҡтар Әҙәби кисә үткән залға юлланды. Әҙәби кисәгә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт филологияһы факультеты студенттары саҡырылды. Әҙәби кисәлә филология фәндәре докторы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Рәсәй фәндәр академияһының фольклористика бүлеге етәксеһе Гөлнур Хөсәйенова, филология фәндәре докторы Зәйтүнә Шәрипова, танылған шағир, яҙыусы, драматург, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре Айҙар Хөсәйенов, филология фәндәре кандидаты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, әҙәбиәт белгесе Зәки Әлибаев, филология фәндәре кандидаты, Заһир Исмәғилов исемендәге Өфө сәнғәт институты доценты Гөлсәсәк Саламатова, филология фәндәре кандидаты, Милли әҙәбиәт музейы филиалының Мәжит Ғафури Мемориаль йорт-музейы етәксеһе Ғәҙилә Бүләкова, Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Рәсәй фәндәр академияһының фәнни архив бүлеге етәксеһе Луиза Гиниятуллинә, филология фәндәре кандидаты, Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Рәсәй фәндәр академияһының фәнни китапханаһы етәксеһе Рәмилә Сибәғәтова ҡатнашты. Һәр сығыш бик ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле булды. Мөхәмәтша Буранғоловтың ижадын өйрәнеүсе ғалимдар бик күп ҡыҙыҡлы докуметтар, ҡыҙыҡлы тарихи факттар менән таныштырып үтте. Һәр сығыш яһаусыға күп кенә һорауҙар бирелде. Әҙәби кисә түңәрәк өҫтәл формаһын алып ебәрҙе һәм башҡорт әҙәбиәтенә ҡағылышлы булған бик күп тарихи фактар асыҡланды. Әҙәби кисәнән һуң музей ҡунаҡтары күмәкләшеп фотоға төштө, тәьҫораттары менән бүлеште.  Бындай Әҙәби кисәләр, ижади осрашыуҙар йәш быуын өсөн файҙалы. Уҡыусылар авторҙар менән осраша, уҙ фекерҙәрен еткерә, ижади процеста ҡатнаша. Башҡортостан Республикаһы Милли музейының Әҙәби кисәһендә киләһе осрашҡанға тиклем!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb