Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан яңы проекттар әҙерләнә

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан  яңы проекттар әҙерләнә

Быйыл – Хәтер һәм дан йылында – йәмәғәтселек Бөйөк Ватан һуғышы тарихының иҫтәлекле даталарына иғтибарын йүнәлтә. Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында Башҡортостан Республикаһының Милли музейы директоры Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан әҙерләнгән проекттар хаҡында һөйләне.

Спикер һүҙҙәренсә, Милли музейҙа 112-се Башҡорт атлы дивизияһының беренсе командиры – легендар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған айырым экспозиция асыла.

18 мартта Милли музей майҙансығында «Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында» республика ғилми-ғәмәли конференцияһы ойошторола.

Йыл дауамында Милли музейҙа «Ватан геройҙарына бағышлана …» республика балалар һүрәттәре конкурсы уҙғарыла, ә тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарында «Еңеү-75!» рсепублика музей-ара күргәҙмә проекты ғәмәлгә ашырыла.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/nacionalnyj-muzej-rb-v-god-pamyati-i-slavy-predstavil-ryad-proektov 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb