Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Рәшит Шәкүрҙең шиғырҙар йыйынтығы баҫмаға әҙерләнә

Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Рәшит Шәкүрҙең шиғырҙар йыйынтығы баҫмаға әҙерләнә

Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Рәшит Шәкүрҙең ҡыҫҡа шиғырҙары "Ынйы муйынсаҡ" йыйынтығында донъя күрәсәк. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Йыйынтыҡ шағирҙың афористик ижады өлгөләренән - бер, ике, өс юллы, дүрт юллы, алты юллы, һигеҙ юллыҡтарҙан төҙөлә. Уларҙа - тормош һәм ваҡыт, кешеләрҙең яҙмышы тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙар, илле йыл эсендә тупланған ижади тормош.

Рәшит Шәкүр шиғырҙарында шиғри башҡорт теле муйынсаҡҡа теҙелгән ынйы - ысыҡ рәүешендәге күҙ алдына баҫа.

Шиғриәтһеҙ хәҙерге башҡорт телен үҫтереү мөмкин түгел, ҡыҫҡа шиғырҙар йыйынтығы дәүергә ауаздаш: улар ҙа беҙҙең заман кеүек үк миһырбанлы һәм сағыу. Проект тамамланғандан һуң да республика райондарында  йыйынтыҡтың исем туйы дауам итәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb