Башҡортостан оҫталары «Алтын майҙан - Абхазия» халыҡ-ара инклюзив милли мәҙәниәттәр фестивалендә ҡатнаша

Башҡортостан оҫталары «Алтын майҙан - Абхазия» халыҡ-ара инклюзив милли мәҙәниәттәр фестивалендә ҡатнаша

 Ошо көндәрҙә Абхазия Республикаһының Сухум ҡалаһында «Алтын майҙан - Абхазия» Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр инклюзив фестивале үтә. Инклюзив ижади лаборатория эшмәкәрлеге сиктәрендә унда Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Селтәр» башҡорт халыҡ костюмы халыҡ студияһы (хәҙер - «Атайсал» мәҙәни үҙәге) ла ҡатнаша.

«Аламыс», «Алтын майҙан - Абхазия» этноконкурсындағы студия ағзалары «Кәкүк сәйе» бейеүен, «Бер ҡартлыҡта, бер йәшлектә» фольклор-этнографик бейеүен, «Бала ҡарға» бейеү спектаклен күрһәтә. Бынан тыш, һабантуйҙа, Гала-концертта, РФ Ҡораллы Көстәренең хәрби базаһында хәйриә концертында сығыш яһаясаҡтар. Биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм һөнәрселәр күргәҙмәһендә селтәрҙе боронғо башҡорт костюмдары һәм аксессуарҙар менән таныштырыу күҙаллана. Улар «Киске уйын» программаһына башҡорт халыҡ уйындарын һәм башҡорт бейеүҙәре буйынса оҫталыҡ дәресен индерҙе.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb