Башҡортостан Мәскәү һабантуйына әҙерләнә

Башҡортостан Мәскәү һабантуйына әҙерләнә

1 июлдә Мәскәүҙә «Коломенское» музей-ҡурсаулығы биләмәһендә «Һабантуй-2023» дөйөм ҡала байрамы үтә. Быйыл ул утыҙ бишенсе тапҡырына уҙа.

Мәскәү һабантуйы башҡорт һәм татар халыҡтарының милли байрамынан дөйөм милли байрамға әүерелде, һәр йыл унда 250 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Быйыл һабантуйҙың абруйлы ҡунаҡтары махсус хәрби операция геройҙары буласаҡ, ә сара үҙе армия генералы Мәхмүт Гәрәевтың 100 йыллығына арнала. Фестиваль сиктәрендә күренекле хәрби начальник, алты һуғыш ветеранының тормошо тураһында фотоэкспозиция тәҡдим ителәсәк.

Быйыл Башҡортостан Республикаһынан Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Ҡырмыҫҡалы районы ҡатнаша. Милли майҙансыҡта фольклор ауылы йәйеләсәк, унда ҡунаҡтар башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм йолалары менән таныша алыр.

Һабантуйҙа республиканың Хәрби дан музейы һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы, шулай уҡ хәрби-патриотик клубтар күргәҙмәләре урын аласаҡ.

Мәскәү һабантуйында мас-рестлинг һәм «Бәйге» башҡорт күпбәйгеһе буйынса ярыштар уҙасаҡ.

Концерт майҙанында Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Зәйнетдин» этно-шоу проекты, Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Тутағолов, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рөстәм Шаһбалов һәм Искәндәр Ғәзизов, шулай уҡ йырсылар Әлфиә Ниғмәтуллина һәм Тимур Рамазанов сығыш яһай.

Быйыл тамашасыларҙы билбау көрәше буйынса Донъя кубогының финал алыштары көтә.

Мәскәү мосолмандарының Диниә назараты майҙансығында журналистика, сәнғәт, фән өлкәләрендәге билдәле белгестәр сығыш яһаясаҡ.

Мәскәү һабантуйы иртәнге 11-ҙән киске 8-гә тиклем дауам итә.

Һабантуй байрамын уҙғарыу милли мәҙәниәтте пропагандалауға, йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауға, мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте булдырыуға һәм нығытыуға йүнәлтелгән. Һабантуй ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫы хазиналары исемлегенә индерелгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb