Башҡортостан йәштәре «Волга» үҙәге V Төрки фестивалендә ҡатнаша

Башҡортостан йәштәре  «Волга»  үҙәге V Төрки фестивалендә ҡатнаша

15-21 октябрҙә Татарстандың «Волга» үҙәгендә V Төрки йәштәре фестивале үтә.

Фестивалдә 18-30 йәшлек төрки йәштәрен ҡатнаша. Сарала Рәсәйҙән —  Татарстан, Башҡортостан, Ҡабарҙа-Балҡар, Дағстан, Ҡырым, Тыва, Ҡарасәй-Черкес республикаларынан, Ҡаҙағстандан һәм Төркиәнән 70-тән ашыу вәкилдәре көс һынаясаҡ, тип хәбәр итә  «Татар-информ» агентлығы.

Фестивалде ойоштороусылар – Татарстан Республикаһының Йәштәр эштәре буйынса министрлығы, Татарҙарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы, Татарстандың Йәштәр ойошмалары советы, «Иҙел» йәштәр үҙәге.

Фестиваль төрлө төбәктәрҙә йәшәгән төрки йәштәрен туплау, йәштәр сәйәсәте, фән, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендә алмашыу, төбәктәрҙә төрки йәштәре ойошмалары алдында торған мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсаттарын үҙ эсенә ала.

Сара сиктәрендә йәштәр проекттары һәм программалары, осрашыуҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, экскурсиялар ойоштороу ҡаралған.

Фестивалдә ҡатнашыусылар республиканың күренекле кешеләре менән осраша, Ҡазандың иҫтәлекле урындарына һәм ҡаланың мәҙәни сараларына бара. Йыл һайын фестиваль барышында алтайҙарҙың, тываларҙың, ҡаҙаҡтарҙың һәм башҡа төрки халыҡтарының тарихы һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән яҡындан таныштырыу ҡаралған.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb