Силәбелә Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң тыуған көнө һәм Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнө уңайынан асыҡ ишектәр көнө үтте. Сара Силәбе өлкәһендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә – Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалында ойошторолдо.
Кисәлә Силәбе өлкәһе Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге белгестәре ҡурайҙа уйнау, башҡорт бейеүҙәре һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың күкрәк биҙәүестәрен эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Сараға килеүселәр "Башҡорт өй йыһаздары", "Башҡорт ир-егеттәре кейеме", "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме", "Милли биҙәүестәр" күргәҙмәләре менән дә танышты.
Сарала төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашты: чилилылар, урыҫтар, татарҙар һәм башҡалар. Бөтәһе илленән ашыу кеше йыйылды.
Силәбе өлкәһендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенә килгән һәр кем был көндә башҡорт халҡының мәҙәниәте, көнкүреше һәм тарихы менән таныша, традицион һәм стилләштерелгән кейемдәрҙә иҫтәлеккә фотоға төшә алды.