«Башҡортостан» гәзитен яңы мөхәррир етәкләй

«Башҡортостан» гәзитен яңы мөхәррир етәкләй

 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Вәдүт Исхаҡов «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире итеп тәғәйенләнде.

Исхаҡов Вәдүт Ғәйфулла улы 1971 йылда тыуған. 1993 йылда – Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын, 2005 йылда Башҡортостандың дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.

2000 йылдан — журналистикала. «Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән. Ишембай районы муниципаль район Советы депутаты. 2006 йылдан Ишембай ҡалаһының «Торатау» гәзитенә етәкселек итте.

Быға тиклем «Башҡортостан» гәзитен 2018 йылдың апрелендә үҙ вазифаһын ҡалдырған яҙыусы һәм журналист Азамат Юлдашбаев етәкләне.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb