Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров  мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы: 

— Республикабыҙҙа 15 меңдән ашыу кеше мәҙәниәт өлкәһендә көс түгә. Тап һеҙ донъяны изгерәк итәһегеҙ, бының өсөн ҙур рәхмәт. Ысынлап та, бөгөнгө тормоштоң тиҙлеге лә юғары, унда ғәҙелһеҙлек тә етерлек. Тик моң, сәнғәт ярҙамында ғына һәр беребеҙҙең нескә күңелебеҙ, йөрәгебеҙ барлығын иҫебеҙгә төшөрәбеҙ, яҡындарыбыҙға тейешле иғтибар бүлә башлайбыҙ. Бында тап һеҙҙең әһәмиәтегеҙ бик ҙур. Бөгөн тамашасы залының алғы рәттәрендә сәнғәт өлкәһе аша Башҡортостандың данын яҡлаусылар ултыра. Һеҙҙең барығыҙға ла яңы быуын артистар тәрбиәләүгә көсөгөҙҙө йәлләмәгәнегеҙ өсөн дә ҙур рәхмәт.

Радий Фәрит улы ауыл мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәрен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы, уларҙың урындағы халыҡҡа яҡтылыҡ илтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.

Шулай уҡ төбәк етәксеһе билдәле сәнғәт әһелдәренә һәм республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларында мәҙәниәт усағын һаҡлаусы хеҙмәткәрҙәргә наградалар тапшырҙы. Билдәле актер, режиссер Ә.Абушахманов, виртуоз-музыкант М. Ғәйнетдинов Салауат Юлаев орденындары тапшырылды.

Татарстанда йәшәп ижад итеүсе яҡташыбыҙ Салауат Фәтхетдинов менән Ҡарауанһарай төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе Вилдан Яруллинға Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелде.

Республика тарихында әле бер юлы бер ауылдан өс сәнғәт оҫтаһының юғары исемдәргә лайыҡ булғаны юҡ ине. Баймаҡ районының данлы Буранбай ауылынан йырсы Марсель Ҡотоев, ҡурайсы Таһир Хәмитов һәм актер Арсен Шәйхисламов республиканың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булды.

Республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан килгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Маҡтау ҡағыҙҙары алып ҡыуанды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb