Башҡортостан эстрадаһының романтигы Заһир Иҫәнсурин тәүге ижад байрамын билдәләй

Башҡортостан эстрадаһының романтигы Заһир Иҫәнсурин тәүге ижад байрамын билдәләй

29 ноябрь көнө  Башҡорт дәүләт филармонияһының йәш һәм талантлы солистарының береһе, үҙенсәлекле моң эйәһе, Башҡортостан эстрадаһының романтигы ЗАҺИР ИҪӘНСУРИН тәүге ижад байрамын билдәләй. Тамашаның режиссеры - Минзәлә Яхина.   

 «Моңдоң йәне – мөхәббәт…» Ысынлап та,  Заһир Иҫәнсурин ғына был һүҙҙәрҙе әйтә алалыр. Уның үҙенә генә хас башҡарыу оҫталығы һәр кеше күңелендә йылы матур хистәр уята һәм уйҙар тулҡынана күмеп элле ҡайһы тарафтарға алып китә… 

    Лирик тембрлы, репертуарына башлыса моңло йырҙар алған, Башҡортостан эстрадаһына ашыҡмай, һәүетемсә генә килеп ингән Заһир Иҫәнсурин, тиҙ арала һиҙгер һәм талапсан тамашасының һөйөүен яуланы.  Тап шуға ла ул халыҡ араһында романтик герой - йырсы исеменә лайыҡ булды. 

    Филармониябыҙҙың романтигының «Моңдоң йәне – мөхәббәт…» исемле тамашаһында:  Иҙрис Ғәзиев, Фәдис Ғәниев, Әлфиә Юлсурина, Венера Рәхмәтуллина, Лилиә Биктимерова,  Рәүеф Иҫәнсурин, «Карауан» эстрада төркөмө, «Рахман» донъя халыҡтары музыкаһы ансамбле ҡатнаша. Яратып тыңлаған эстрада йырҙары, тамашасы күңелендә мәңге йәшәгән халыҡ әҫәрҙәре һәм башҡа сюрприздар - күңелегеҙгә хуш килер.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb