Башҡортостан балалары Дағстан министры менән осрашты

Башҡортостан балалары Дағстан министры менән осрашты

Дағстандың милли сәйәсәт һәм дин эштәре буйынса министры Башҡортостан Республикаһынан әҙәби конкурс еңеүселәре менән осрашты. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 28 майҙа Өфөлә «Рәсүлев Ғамзатов тураһында һүҙ» республика әҙәби конкурсы еңеүселәрен ҡотланылар. Һәләтле уҡыусылар  лайыҡлы сығыш яһаны, үҙҙәренең әҫәрҙәрен абруйлы жюриға тәҡдим итте. Конкурс ике этапта үтте. Беренсе этапта ҡатнашыусылар эссе ебәрергә тейеш ине, ә икенсе этапҡа үткән балалар Рәсүл Ғамзатовтың шиғырын уҡый белеүҙә ярышты. Конкурс йомғаҡтары буйынса 12 еңеүсе һайлап алынды, улар конкурстың төп бүләген - Дағстанда Рәсүл Ғамзатов исемендәге йәйге һауыҡтырыу лагерына юллама алды.

Һәм бына бөгөн Энрик Мөслимовтың саҡырыуы буйынса, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто методисы Ғәзимә Иштуғанова оҙатыуында улар Дағстандың Мәҙәниәт министрлығында ҡунаҡта.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb