Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты быйыл ҡасан һәм ҡайҙа яҙабыҙ?

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты быйыл ҡасан һәм ҡайҙа яҙабыҙ?

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономлы коммерцияға ҡарамаған  ойошма Башҡортостандың Мәғариф, Мәҙәниәт  министрлыҡтары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Өфөнөң фән һәм технологиялар университеты һәм башҡа ойошмалар менән берлектә “Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант-2023” акцияһын уҙғара.

Диктант онлайн һәм офлайн форматта уҙғарыла. Офлайн режимда ҡатнашырға теләүселәргә сара Өфөнөң фән һәм технологиялар  университеты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты, республиканың Милли музейы майҙансыҡтарында  һәм “Арт-Квадрат” арт-киңлегендә ойошторола.

 20 апрелдә 11:00 сәғәттә (Өфө ваҡыты буйынса) “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы” телеканалында , “Бәйләнештә” социаль селтәрендә, Телеграм каналында диктант тексын уҡыу буйынса тура трансляция башланасаҡ:

11:00 – 11:25 сәғәттәрҙә – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;

 11:30 - 12:00 сәғәттә – башҡорт телен иркен белеүселәр өсөн;

12:05 - 12:30 сәғәттә – башҡорт теленең төнъяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Һәр ҡатнашыусы диктантты өйҙә үҙаллы ла яҙа ала. Яҙып бөткәс, диктант ҡағыҙын фотоға төшөрөп, 23 апрель 23:59 сәғәткә тиклем түбәндәге адрес буйынса электрон почтаға: Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.  йәки   телеграм-ботҡа:  https://t.me/bash_dictant_bot  ебәрергә кәрәк була.

 Онлайн режимында диктант яҙыу мөмкинлеге булмағандар, тура эфир видеоһын рәсми сайтта 23 апрелдә 23:59 сәғәткә (Өфө ваҡыты буйынса) тиклем ҡуллана ала. Теләгәндәр эфирҙы ҡабатлап ҡарап, диктант  һөҙөмтәһен ебәрә ала.

 Диктант-2023 акцияһында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла  электрон почта йәки телеграм-бот аша ҡатнашыу тураһында электрон сертификаттар йүнәлтеләсәк.

 Акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Рәсми һөҙөмтәләр 30 көн дауамында түбәндәге сайтта урынлашасаҡ : https://bashdictant.ru/.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb