Башҡорт теле көнөнә арналған республика акцияһы уҙасаҡ

Башҡорт теле көнөнә арналған республика акцияһы уҙасаҡ

Республика халыҡ ижады үҙәге Башҡорт теле көнөнә арналған республика акцияһын иғлан итә. Ул 1 декабрҙән 14-нә тиклем дауам итәсәк. Акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Шарттары:

Ҡатнашыусыға Башҡортостандың халыҡ шағирҙарының шиғырын башҡорт телендә һөйләп, видеоға төшөрөргә;

Видеоны ҡатнашыусының исем-шәрифен күрһәтеп 14 декабргә тиклем Бәйләнештә социаль селтәрендәге шәхси сәхифәгә һалырға;

#башҡорттелекөнө_рцнтрб #деньбашкирскогоязыка_рцнтрб #телҡәҙере тигән хештегтарҙы мотлаҡ ҡуйырға кәрәк.

Иң сағыу видеояҙмалар Республика халыҡ ижады үҙәгенең Бәйләнештәге рәсми төркөмөнә ҡуйыласаҡ.

Башҡортостандың халыҡ шағирҙары исемлеге:

Мәжит Ғафури, Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәрим, Сәйфи Ҡудаш, Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев, Назар Нәжми, Әнғәм Атнабаев, Тимер Йосопов, Марат Кәримов, Александр Филиппов, Абдулхаҡ Игебаев, Ҡәҙим Аралбаев, Факиһа Туғыҙбаева, Гөлфиә Юнысова, Хәсән Назар, Тамара Ғәниева, Рауил Шаммас, Рәшит Шәкүр, Роберт Паль, Гүзәл Ситдиҡова.

Проект башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә, республикала һәм Рәсәй төбәкәтрендә башҡорт телен популярлаштырыуға, балаларҙа башҡорт мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыуға, граждандарҙа башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте , ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb