Башҡорт теле көнөнә арналған интерактив сара көтөлә

Башҡорт теле көнөнә арналған интерактив сара көтөлә

14 декабрҙә Өфө ҡалаһының «МЕГА» сауҙа-күңел асыу үҙәге майҙансығында Башҡорт теле көнөн байрам итеүгә арналған интерактив сара була.

Был көндә Өфө оҫталары сәйләндән, туҡыманан, күндән һәм ептән башҡорт сувенирҙары эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, ә иң бәләкәй ҡунаҡтар өсөн «Башҡортостан халыҡтарының миниатюралы милли кейеме» ҡурсаҡ һырлау буйынса оҫталыҡ дәресе әҙерләнә.

Сауҙа үҙәге ҡунаҡтарын сағыу йондоҙҙар: «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр студияһы, «Атмосфера» бейеү проекты, Башҡортостан Республикаһының сәнғәт оҫталары - Тимур Рамазанов, Салауат Мөхәмәтйәров, Азат Биксурин, Рәфис Сирусин, Лилиә Ишемйәрова, «Бер каналдағы тауыш» федераль шоу-проектында ҡатнашыусылар - Илдар Абдуллин, Наҙгөл Отузова көтә. Кисәнең махсус ҡунағы - «Бишбармаҡ» оркестры. Концертты алып барыусылар: Зәлиә Сәфиуллина һәм Халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй музыка конкурстары лауреаты Салауат Мөхәмәтйәров. Концерт Башҡортостан Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Мега сауҙа үҙәге ярҙамында үтә.

Сара 19:00 башлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb