Башҡорт теле көнө уңайынан “Мега" сауҙа үҙәгендә ҙур байрам сараһы үтте

Башҡорт теле көнө уңайынан “Мега" сауҙа үҙәгендә ҙур байрам сараһы үтте

Башҡорт теле көнө уңайынан “Мега" сауҙа-күңел асыу үҙәгендә ҙур байрам сараһы булды. Сара "МИН ЯРАТАМ ҺИНЕ, ТУҒАН ТЕЛЕМ" тип аталды. Унда талантлы артистар ҡатнашлығында - йырҙар, бейеүҙәр, шиғырҙар, матур тамаша туған телебеҙҙә ойошторолдо.

Сарала эстрадабыҙҙың танылған, тамашасы яратҡан артистары: Азат БиксуринЛилиә ИшемйәроваСалауат МөхәмәтйәровИлдар АбдуллинРәфис СирусинТимур Рамаҙанов сығыш яһаны. Шулай уҡ, талантлы йәш йырсы Наҙгөл Отузова“Тамыр” вокал ансамбле"Бишбармаҡ" оркестры сығыштары ла булды.

Кисәнең алып барыусылары менән бергә тамашасылар башҡорт теле менән бәйле уйындар уйнаны, конкурстар үтте, башҡорт теле тураһында тағы ла күберәк мәғлүмәт алды, төрлө мәҡәл, әйтем, фразеологизмдарҙы иҫкә төшөрҙө. Һәм концерт барышында конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан тамашасылар төрлө бүләктәр, алда буласаҡ концерттарға билеттар менән бүләкләнде. Килгән дуҫтарыбыҙ сығыштарҙы ҡарап, ҡул сабып ҡына ҡалманы, ҡушылып бейене, йырланы, артистар менән бергәләп куңел асты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb