Башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиаданы ябыу тантанаһы үтте

Башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиаданы ябыу тантанаһы үтте

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназияһында башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиаданы ябыу тантанаһы үтте. Еңеүселәр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының бүләктәренә лайыҡ булды. 

Быйыл ижади ярышта 8-11 синыфтарҙан 408 уҡыусы ҡатнашты. Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән 10 уҡыусы ла көс һынашты. Был уҡыусыларҙың юл һәм йәшәү сығымдарын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡапланы. Башҡарма комитет рәйесе Искәндәр Юлдашев олимпиаданы ябыу тантанаһында еңеүселәргә бүләктәр тапшырҙы. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb