Башҡорт опера һәм балет театрының балет труппаһына Рудольф Нуриев исеме бирелде

Башҡорт опера һәм балет театрының балет труппаһына Рудольф Нуриев исеме бирелде

Балет сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән һәм традицияларҙы һаҡлап ҡалған өсөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһына Рудольф Нуриевтың исеме бирелде. Театрҙың тарихы легендар бейеүсе менән тығыҙ бәйләнгән – тап бында ул үҙенең тәүге профессиональ аҙымдарын яһаған.

Ошо ваҡиға уңайынан 26 ғинуарҙа театрҙа Адольф Адандың «Жизель» балеты күрһәтелә. 1959 йылдың 12 декабрендә Рудольф Нуриев билдәле балерина Ирина Колпакова менән тәүге тапҡыр «Жизель» балетында Альберт ролендә сығыш яһай һәм тамашасыларҙың һөйөүен яулай. Күпмелер ваҡыттан һуң данлыҡлы яҡташыбыҙ ошо спектаклдә Марго Фонтейн менән уйнай башлай һәм 20 йыл дауамында балетта иң билдәле пар булып сәхнәлә балҡый.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһы артистары башҡарыуындағы «Жизель» балеты 26 ғинуарҙа театрҙың YouTube-каналында һәм КУЛЬТУРА.РФ порталында күрһәтеләсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb