Өфөлә күренекле йырсы һәм композитор, башҡорт профессиональ музыка сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, йәмәғәт эшмәкәре Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың 125 йыллығы уңайынан тантаналы концерт үтәсәк. Концерт 14 декабрҙә Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә була.
Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуған яҡтың мәҙәниәтенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Йырсы һәм композитор булыуҙан тыш, ул концерт менән гастролдәрҙә, фольклор экспедицияларында йөрөгәндә бер туҡтауһыҙ яңы таланттар эҙләгән, бик күп буласаҡ музыканттарҙың остазына әүерелгән. Тап Ғәзиз Әлмөхәмәтов оҙаҡ йылдар республикала милли музыка театрын асыу өсөн көрәшкән. Ғәзиз Әлмөхәмәтовҡа бағышланған концерт – уның ихтирам иткәндәрҙең йөрәгендә йәшәгән мәңгелек хәтерҙең дәлиле.
Концертты онлайн ҡарарға мөмкин.