Башҡорт опера һәм балет театры спектакле – Ҙур театр сәхнәһендә

Башҡорт опера һәм балет театры спектакле – Ҙур театр сәхнәһендә

12 сентябрҙә Рәсәйҙең Ҙур театрында Башҡорт опера һәм балет театрының гастролдәре була. Өфө артистары илдең төп театрының тарихи сәхнәһендә «Садко» операһын тәҡдим итәсәк.

 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, спектаклдең премьераһы уҙған йылдың ноябрендә Башоперала уҙҙы. Был постановка театрҙың үткән миҙгелендәге иң масштаблы, тамашалы һәм «халыҡ күпләп йәшәгән» ваҡиғаға әйләнә - ҡайһы бер сәхнәләрҙә бер үк ваҡытта 200-гә яҡын артист сәхнәгә сыға.

Операның ҡуйыусы дирижеры К.С.Станиславский һәм Вл. И.Немирович-Данченко исемендәге Мәскәү музыка театрының баш дирижеры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Феликс Коробов. Ҡуйыусы режиссер - Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асҡар Абдразаҡов, ҡуйыусы рәссам - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Иван Складчиков. Хормейстер-ҡуйыусы - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Александр Алексеев, хореограф-ҡуйыусы - Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ирина Филиппова, яҡтылыҡ буйынса рәссам - Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ирина Вторникова.

Спектакль тамашасыларҙы боронғо Новгородҡа һәм Диңгеҙ батшаһы биләмәләренә күсерә. Былина бында әкиәт, реалистик персонаждар уйлап сығарылған персонаждар менән буталған.

Башоперала «Садко» спектаклен Ҙур һәм Мария театрҙарында СССР-ҙың халыҡ артисы Маргарита Дроздова ҡуйған «Подводное царство» балет акты айырып тора.

Мәскәү тамашасыһына ҙур премьера спектаклдәрен күрһәтеү Башҡорт опера һәм балет театры өсөн йолаға әүерелде. Рәсәйҙең Ҙур театрының Тарихи һәм Яңы сәхнәләрендә Фауст (2019), Аттила (2020), Дон Кихот (2021) һәм Vita Nuova (2022) опералары башҡарыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb