«Башҡорт йыры-2023» еңеүсеһе билдәле булды

«Башҡорт йыры-2023» еңеүсеһе билдәле булды

Өфөлә йыл һайын үткәрелеүсе «Башҡорт йыры-2023»телевизион фестиваль-конкурсы еңеүселәренең исемдәре билдәле булды. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк-ара һәм республика конкурстары лауреаты Айтуған Вәлмөхәмәтов гран-при яуланы.

Өфө сәнғәт институтын тамамлаған, артист музыкаль ғаиләлә тыуып үҫкән: атаһы Радик Вәлмөхәмәтов – билдәле эстрада йырсыһы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Еңеүсегә диплом, 100 мең һумлыҡ сертификат, шулай уҡ йәшмәнән, көмөштән һәм мәрмәрҙән эшләнгән һәм башҡорт йырының мәңгелек булыуын символлаштырған конкурс статуэткаһы тапшырылды, тип хәбәр иттеләр Мәҙәниәт министрлығынан.

«Йыл асышы» номинацияһында – Алтынай Сәлихова, «Үҙенсәлекле башҡарыу өсөн» номинацияһында – Зөфәр Атанғолов, «Иң сағыу башҡарыу өсөн» номинацияһында – Айнур Әмиров, «Өмөт» номинацияһында – Гөлсиә Мараканова, «Традицияларҙы тергеҙеү» номинацияһында – Айнур Собханғолов, «Традицион халыҡ башҡарыуы» номинацияһында – Наркас Мөхәмәтйәнова бүләкләнде «Халыҡ йырын иң яҡшы башҡарыу» – Фәһим Тоҡомбәтов, «Композитор йырын үҙенсәлекле башҡарыу» номинацияһында – Элина Хәкимова, «Иң артистик башҡарыу өсөн» номинацияһында – Йәнгүзәл Халиҡова. Конкурс лауреаттары – Айгиз Уйылданов, Ләйсән Нуриева, Рәхилә Таипова, Фәриҙә Ғаззалова, Ләйсән Мәүлетҡолова, Айнур Туҡтаев, Әлфиә Ниғмәтуллина.

Быйыл проектҡа 100-ҙән ашыу кеше ғариза ебәргән, уларҙың 20-һе конкурста ҡатнашыу өсөн һайлап алынған. «Башҡорт йыры-2023» йырсыларының башҡарыу оҫталығын компетентлы жюри баһаланы, уның составына Башҡортостандың халыҡ артистары Рөстәм Ғиззәтуллин һәм Азамат Тимеров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Биктимерова инде.

Конкурс 3 этапта үтте: ҡатнашыусылар жюри һәм телетамашасылар хөкөмөнә үҙҙәре башҡарыуында эстрада, халыҡ һәм ретро-йырҙар тәҡдим итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡорт йыры» телевизион фестиваль-конкурсы 2010 йылдан алып уҙғарыла. 13 йыл эсендә проектта 6000-дән ашыу йырсы ҡатнашты, Башҡортостандың алтын фонды өсөн 3000-гә яҡын йыр яҙҙырылды. «Башҡорт йыры» проекты йыл һайын яңы, сағыу йырсыларҙың исемдәрен асып ҡына ҡалмай, мәҙәниәтте үҫтереүгә, башҡорт музыкаһын пропагандалауға ҙур өлөш индерә. Башҡорт йыры Фестиваль-конкурсы киң резонанс алды һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм Ҡурай-ТВ телеканалдарының иң әһәмиәтле проекттарының береһенә әүерелде. Төрлө йылдарҙа «Башҡорт йыры» конкурсында бөгөн билдәле башҡарыусылар: Дилара Иҙрисова, Айгиз Ғизәтуллин, Айгөл Һағынбаева, Иҙел Аралбаев, Марсель Ҡотоев, Заһир Иҫәнсурин, Зилиә Бәхтиева һәм башҡалар еңеүсе булды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb