Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеш мәсьәләләре буйынса комиссияның беренсе ултырышы

Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеш мәсьәләләре буйынса комиссияның беренсе ултырышы

24 июлдә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеш мәсьәләләре буйынса комиссия ултырышы үтте. 

Йыйылышта «Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүе һәм аяҡҡа баҫыуы: 100 шәхес», «Рәсәй төбәктәрендә башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре» кеүек проекттар тураһында һүҙ алып барылды. Комиссияның кураторы Азат Ярмуллин төньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән эш алып барыу мәсьәләһен күтәрҙе. 

Ултырышта тыуған яҡты өйрәнеүселәр форумы кеүек саралар ойоштороу, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына  арналған күргәҙмә материалдары әҙерләү хаҡында ла һүҙ барҙы. 

Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеш мәсьәләләре буйынса комиссияның беренсе ултырышы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb