Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ла Театр төнө акцияһына ҡушыла

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ла Театр төнө акцияһына ҡушыла

12 сентябрҙә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Театр төнөн уҙғара, сара киске сәғәт 6-ла башлана.

Театрҙан хәбәр итеүҙәренсә, Ҡурсаҡ театры тамашасылар өсөн ҙур ҡыҙыҡлы программа вәғәҙәләй.  Балаларҙы  мауыҡтырғыс мажаралар көтә.

Фойела ҡурсаҡтар күргәҙмәһе эшләйәсәк, уҙған быуаттың 30-сы йылдарында эшләнгән ҡурсаҡтарҙан беҙҙең көндәрҙә эшләнгән заманса театр постановкаларындағы ҡурсаҡтарға тиклем ҡурсаҡтар менән танышыу мөмкинселеге буласаҡ.  

Тамашасыларға «Ҡыҙ һәм килмешәк» һәм «Нильстың сәйәхәт йылъяҙмаһы» спектаклдәре тәҡдим ителәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb