Күптән түгел Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Мостай. Булмаған интервью” китабының исем туйы үтте. Сарала яҙыусының яҡындары, республика етәкселеге вәкилдәре, билдәле әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, Мостай Кәрим фонды грантына лайыҡ булғандар һәм әҙип исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары ҡатнашты. Байрам йәнле һәм йылы мөхиттә барҙы. Бөйөк шәхестең ҡыҙы Әлфиә Кәримова барлыҡ ойоштороусыларға, шулай уҡ ҙур хеҙмәте өсөн “Инеш” нәшриәтенә ҙур рәхмәт белдерҙе.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленара Иванова ла Мостай Кәримдең ғаиләһенә булған йылы хистәрен билдәләп үтте, уның яҡындарына әҙиптең исемен мәңгеләштереүгә күп көс һалғаны өсөн рәхмәт әйтте, яңы китаптағы төрлө өҙөктәргә ҡарашы, тәьҫораттары менән бүлеште. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары әҙиптең шиғырҙарын һөйләп тетрәнергә, хисләнергә мәжбүр итһә, Венер Камалов сараны “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”тағы “Мәрәһим йыры” менән тамамланы. Йыр бөйөк яҙыусының бар ғәмен, моңон үҙенә һыйҙырған, ә бына “Мостай. Булмаған интервью” китабы даһиҙың бар тормошон, яҙылып, әйтелеп бөтмәгән һүҙҙәрен үҙ эсенә алған.