Башҡорт дәүләт филармонияһында "Үткәндәрҙе һағынып - 2" исемле концерт үтте

Башҡорт дәүләт филармонияһында "Үткәндәрҙе һағынып - 2" исемле концерт үтте

Кисә Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында "Үткәндәрҙе һағынып - 2" исемле байрам концерты үтте.

“Үткән йылдарҙың популяр йырҙарынан торған концерт былтыр ҙа булды һәм тамашасыларҙың һөйөүен яуланы. Шуға күрә бындай форматта тамашаны ҡабатларға булдыҡ. Киләсәктә лә ул уңышлы булыр тигән ышаныстабыҙ”, - тине филармонияның йәмәғәт менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе Ирина Захарова.

Режиссер Сулпан Асҡарова әҙерләгән тамашала филармония солистары 60-90-сы йылдарҙың популяр йырҙарын башҡарҙы, тамашасыларҙы киске уйын, беренсе мөхәббәт, ауыл кисе кеүек матур хәтирәләргә солғаны.

Программала Радик Вәлмөхәмәтов, Лилиә Ишемйәрова, Азамат Тимеров, Диана Ишниязова, Заһир Иҫәнсурин, Рөстәм Шаһбалов, Тимур Рамазанов, Рифат Шәрәфетдинов, бейеүселәр һәм музыканттар ҡатнашты.

Салауат Мөхәмәтйәров һәм Нәзифә Ҡадырова, Фәдис Ғәниев һәм Лилиә Биктимерова, Артур Туҡтағолов һәм Миңзифа Исҡужина, Рөстәм Шаһбалов һәм Әлфиә Юлсурина дуэттары сағыу килеп сыҡты.

Тамашаны Редик Сәғитов һәм Эльмира Юлдашева алып барҙы.

Башҡорт дәүләт филармонияһында "Үткәндәрҙе һағынып - 2" исемле концерт үтте
Башҡорт дәүләт филармонияһында "Үткәндәрҙе һағынып - 2" исемле концерт үтте
Башҡорт дәүләт филармонияһында "Үткәндәрҙе һағынып - 2" исемле концерт үтте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb