Башҡорт дәүләт филармонияһында Хөсәйен Әхмәтов иҫтәлегенә бағышланған концерт үтә

Башҡорт дәүләт филармонияһында Хөсәйен Әхмәтов иҫтәлегенә бағышланған концерт үтә

22 ғинуарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы данлыҡлы композитор Хөсәйен Әхмәтов ижадына бағышланған өр-яңы проект тәҡдим итә.

«Һаҡмар һандуғасы моңо» тип аталған концертта ижасының төрлө жанрҙағы иң билдәле әҫәрҙәрен Нәзифә Ҡадырова, Артур Туҡтағолов, Фәдис Ганиев һәм Лилиә Биктимерова, Азамат Тимеров, Лилиә Ишемйәрова, Хәмит Теләмов, Тимур Рамазанов, Флорида Иркина, Рөстәм Шаһыбалов, Алмас һәм Рәфис Сирусиндар, Искәндәр Ғәзизов башҡарасаҡ.   Тамашасылар йырҙар ҙа, романстар ҙа, опера ла, сюиталар ҙа ишетәсәк был күркәм кисәлә. Музыкаль яҡтан тамашаны Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры (етәксеһе Л. Дәүләтбаев) биҙәйәсәк.

Данлыҡлы башҡорт композиторы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почет Билдәһе» ордендары кавалеры Хөсәйен Фәйзулла улы Әхмәтов туған халҡына иҫ киткес бай ижади ҡомартҡы ҡалдырған. Уның хеҙмәттәрен  «Башҡорт композиторҙарының хор әҫәрҙәре», «Башҡорт оҙон йырҙары», башҡорт поэмалары һәм балладалары, симфоник сюиталары, лирик сюиталар, «Замандаш» операһы, тәүге башҡорт классик романсы «Төнгө Урал» һәм йөҙҙән ашыу йыр һәм романстар тәшкил итә.

Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыларының һәр береһенең репертуарында бөйөк композиторҙың әҫәрҙәре бар. Юғары сәнғәт өлгөһө булған музыкаль ҡомартҡылар халыҡтың ауыҙ-тел ижадына, фольклорына тере һәйкәл булып тора.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb