Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә Бөрйәндәр сығыш яһай

Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә Бөрйәндәр сығыш яһай

Баш ҡалала Башҡортостандың 100 йыллығы сиктәрендә республика райондарының презентациялары фестиваль-марафоны бара. Сара 2 февралдә старт алғайны.

 Бөрйән районы вәкилдәре 2 октябрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында сығыш яһаясаҡ. Сара ике өлөштән тора: 18.00 сәғәттә фойела декоратив-ҡулланма сәнғәт, халыҡ кәсептәре тауарҙары, сувенирҙар, милли ризыҡтар, ҡортсолоҡ продукцияһы, Бөрйән балы сауҙа-күргәҙмәһе тәҡдим ителәсәк.

Райондың социаль-иҡтисади ҡаҙаныштары тураһында презентация ойоштороласаҡ, 19.00 сәғәттә район һәүәҫкәрҙәре ҡатнашлығында ҙур концерт үтәсәк.


Баш ҡалала йәшәүсе яҡташтарҙы, студенттарҙы һәм теләгән һәр кемде был матур тамашаға саҡырыла.  Бөрйән балынан ауыҙ итеп, Бөрйән оҫталары тыуҙырған ҡул эштәрен һатып алып, бөрйәндәрҙең йыр-моңдарын тыңлап, дәртле бейеүҙәр ҡарап, күңелегеҙгә ял алып ҡайтығыҙ, дуҫтар!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb