Башҡорт дәүләт филармонияһы 80-се юбилейлы ижад миҙгелен ҙур концерт менән ҡаршылай

Башҡорт дәүләт филармонияһы 80-се юбилейлы ижад миҙгелен  ҙур концерт менән ҡаршылай

Быйыл Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙенең 80 йәшлек юбилейын ҡаршы ала, 5 октябрҙә филармония солистары һәм коллективтары ҡатнашлығында ҡабатланмаҫ ҙур тамаша - «ФиларМОҢиЯ» исемле тамаша тәҡдим итә.

Байрамда республикабыҙҙың төп концерт ойошмаһының бар ижади составы ҡатнаша:  талантлы, дәртле, амбициоз йәштәре һәм Башҡортостан эстрадаһында күптән инде үҙ урынын тапҡан, танылыу яулаған сәхнә йондоҙҙары. Юбилей «күстәнәстең» режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.

Әткәндәй, 80-се юбилей миҙгеле төрлө йүнәлештәге концерттарға, ҙур проекттарға, үҙенсәлекле премьераларға бай булмаҡсы. Бынан тыш филармония сәхнәһендә төрлө ил, ҡитғаларҙан билдәле, абруйлы музыканттар, артистар үҙ концерттарын тәҡдим итәсәк.

Йырлы-бейеүле, уйынлы-көлкөлө тамашаға рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb