Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 5 ғинуар "КҮСТӘНӘС-3" исемле театрлаштырылған байрам концертын тәҡдим итә.
Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Мәскәй әбей һәм башҡаларҙың Яңы йыл мажараһында йырсылар: Артур Туҡтағолов һәм Миңзифа Исҡужина, Алмас Сирусин, Фәдис Ғәниев һәм Лилиә Биктимерова , Рифат Шәрәфетдинов, Дияна Ишниязова, Рөстәм Шаһыбалов, Салават Мөхәмәтйәров, Тимур Рамазанов, Сабина Кучаева, Лилиә Ишемйәрова, Искәндәр Ғәзизов, Заһир Иҫәнсурин, Рәфис Сирусин, Әлфиә Юлсурина, Хәмит Тләмов , Радик Вәлмөхәмәтов, Нәзифә Ҡадырова, “Арғымаҡ” төркөмө, нәфис һүҙ оҫталары: Редик Сәғитов, Зөлфиә Әхмәтова, Фаяз Йәнтүрин, Эльмира Юлдашева, Зилиә Сәфиуллина, Зәлфир Басыров, бейеүселәр:Регина Баракова, Венер Ҡолдәүләтов, Татьяна Мутафи, Евгения Цыпина- Чуканова, Зөлфиә Ҡудашева, Александр Довганюк һәм Әлиә Нурғәлиева, музыканттар: Венер Сәйфетдинов, Азат Биксурин, Рушан Биктимеров, Резана Аҡтаева, Салауат Хәлилов, Ғәле Алтынбаев ҡатнашалар.
Тамашаның режиссеры – Сулпан Аскарова, сценарий авторы - Миләүшә Ҡаһарманова.
Ҡыш бабай тоғонан кемгә ниндәй күстәнәс эләгер? Быны белеү өсөн - концертҡа килегеҙ. Киске сәғәт етелә башлана.