Башҡорт дәүләт филармония сәхнәһендә Рөстәм Шаһыбалов яңы программа менән сығыш яһаясаҡ

Башҡорт дәүләт филармония сәхнәһендә Рөстәм Шаһыбалов яңы программа менән сығыш яһаясаҡ

1 февралдә эстрадабыҙҙың моңло тауыштарының береһе, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Рөстәм Шаһыбалов үҙенең яңы концерт программаһын тәҡдим итә.

Тамашала эстрада һәм халыҡ йырҙары, көтөлмәгән дуэттар яңғыраясаҡ. Тамашаның режиссеры, сағыу музыкаль проекттары менән билдәле булған, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.

    Концертта легендар «Краруанһарай» солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Мәхмүт Нәҙершин, һәләтле йырсы, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Заһир Иҫәнсурин, өҙҙөрөп баянда уйнаусы Айрат Ғәлиев, филармония солисы йәш ҡурайсы Илнур Һибәтуллин ҡатнаша. 

    Үҙенсәлекле йырҙары менән тамашасыны үҙенә әсир иткән сәхнә йондоҙо Рөстәм Шаһыбаловтың башҡарыу оҫталығы күптәргә ҙур өлгө булырлыҡ. Тамашаға рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb