Башҡорт дәүләт академия драма театрының юбилей гастролдәре Мәскәүҙә А.С.Пушкин исемендәге театрҙың төп сәхнәһендә үтәсәк

Башҡорт дәүләт академия драма театрының юбилей гастролдәре Мәскәүҙә А.С.Пушкин исемендәге театрҙың төп сәхнәһендә үтәсәк

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының юбилей гастролдәренең тәүгеһе февраль башында Мәскәүҙә А.С.Пушкин исемендәге театрҙың Төп сәхнәһендә үтәсәк. 

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәшәүселәргә режиссер Айрат Абушахмановтың - “Зөләйха күҙҙәрен аса” (Г.Яхина романы буйынса, Я.Пулинович инсц.) һәм “Шәүрәкәй” (М.Буранғолов), Илсур Ҡаҙаҡбаевтың - Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” повесы буйынса “Хыялға ҡаршы” спектаклдәре һәм “Сәмле ярыш-баттл!” исемле театрлаштырылған концерт тәҡдим ителә. 
“Зөләйха күҙҙәрен аса” гастроль репертуарын ғына түгел, ә “Алтын битлек” Рәсәй милли театраль фестивале афишаһын да асыусы спектаклдәрҙең береһе булып тора, гастроль ваҡытында Фестивалдең баһалама ағзалары ла спектаклде ҡараясаҡ. 

Мәғлүм булыуынса, был спектакль “Алтын битлек” Рәсәй милли театраль премияһына 6 номинацияла дәғүә итә: “Ҙур формалағы спектакль”, “Режиссер эше” (Айрат Абушахманов), “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” (Римма Ҡаһарманова), “Рәссам эше (Альберт Нестеров), “Костюмдар буйынса рәссам эше” (Альберт Нестеров), “Рәссам-яҡтыртыусы эше” (Илшат Саяхов). 
Мәскәүҙәгә ижади сәфәрҙә тотош коллектив ҡатнашасаҡ. 

Театрҙың художество етәксеһе Олег Закир улы Ханов ижади сәфәр тураһында: “Мәскәү гастролдәре - беҙҙең театрҙың йөҙ йыллығы уңайынан үтәсәк сараларҙа мөһим урын алып тора. Баш ҡалабыҙға сәфәребеҙ тотош коллектив өсөн дә байрам булырға тейеш, беҙ гастролдәр ваҡытында тамашасыларыбыҙҙы башҡорт профессиональ театрының бөгөнгө ижады менән таныштырып ҡына ҡалмайбыҙ, ә яҡташтарыбыҙ менән осрашыу һәм аралашыу менән дә ҡәҙерле миҙгелдәр булып ҡалыр, тип ышанабыҙ” - тип белдерҙе. 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb