Башҡорт дәүләт академия драма театры «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме…» спектакле менән гастролдәрен дауам итә

Башҡорт дәүләт академия драма театры «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме…»  спектакле менән гастролдәрен дауам итә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме…» (Ф.Бүләков, реж. - И.Ҡаҙаҡбаев) спектакле менән гастролдәрен дауам итә. Бөгөн спектакль Лянтор ҡалаһында уйналасаҡ, иртәгә, 13 октябрь – Ноябрьск ҡалаһында һәм 14 октябрь – Муравленкола.

Спектаклдә БАССР-ҙың халыҡ һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт, К.С. Станиславский исемендәге Халыҡ-ара премиялар лауреаты Олег Ханов, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисткаһы Эльвира Юнысова, Римма Ҡаһарманова, Артур Ҡунаҡбаев, Азат Вәлитов, Анастасия Буркова уйнай.

Спектакль ҡарт менән ҡарсыҡтың үҙҙәренең тормошон күҙ алдынан үткәреүенә ҡоролған. Мөхәббәт-һөйөүҙәре лә тормоштары кеүек аяныслы. Бәлки, шуға күрәлнр ҙә, тамашасы бер көлә, бер илай был спектаклдә. Әҫәр геройҙары – ябай ауыл кешеләре, ауыр тормош юлы үткән өлкән йәштәге кешеләр. Ошо ҡарттар, ҡарсыҡтар тормошо бер генә кешенең яҙмышы түгел, ә тотош халыҡтың, осорҙоң күргән михнәттәрен, шатлыҡ һәм уңыштарын сағылдыра. Ҡарт менән ҡарсыҡ яҙмышында ил тарихы һүрәтләнә. Спектаклдә рухи-әхлаҡи проблемалар ҙа күтәрелә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb