Башҡорт дәүләт академия драма театры республика райондары буйлап гастролгә йыйына

Башҡорт дәүләт академия драма театры республика райондары буйлап гастролгә йыйына

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры республика райондары буйлап гастролгә йыйына. Тамашасы иғтибарына Флорид Бүләков пьесаһы буйынса ҡуйылған “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме” спектакле һәм балалар өсөн сағыу, мажаралы “Mouse story” музыкаль әкиәтен тәҡдим итә

25 сентябрь - Тәтешле районының Үрге Тәтешле, 26 сентябрь - Балтас районының Иҫке Балтас,
27 сентябрь - Мишкә районының Мишкә ауылдарында сығыш яһаясаҡ. Спектаклдәр  балалар өсөн - 13.00 сәғәттә, ҙурҙар өсөн - 19.00 сәғәттә башлана.

Көтмәгәндә-уйламағанда Абдулланың төшөнә Әжәл кереп ҡурҡыта. Күргәндәрен түкмәй-сәсмәй Фатимаһына һөйләй ҡарт. Әгәр ҙә ғүмерен оҙайтҡыһы килһә, өс сәғәт эсендә берәй сауаплы эш ҡылырға тәҡдим итә Әжәл уға. Ҡарттар баш ватып сауаплы эш эҙләй. Уйламаған нәмә ҡалмай: хатта бала тыуҙырырға ла тәҡдим итеп ҡуя ҡарт. Тик ваҡыт тигәнең аяуһыҙ, ғүмер үтеп киткән, балалар ҙа юҡ инде. Абдулла менән Фатиманың күҙ алдынан бер-бер артлы йәшлек хәтирәләре үтә: унда мөхәббәт тә, һөйөү ҙә бар ине кеүек, тик улар менән бергә тормошто аяныслы итерлек тағы ла бер нәмә оҙатып барҙы һымаҡ.

Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев «Бөтә сысҡандарҙа сыр ярата» әкиәте буйынса шәп музыкаль тамашаны оҡшатмаған бер генә кескәйҙә юҡтыр.

Һоро сысҡандар ғаиләһе «Гәлсәр сыр» призын алыр өсөн «Евромаус» конкурсында ҡатнашырға йыйына. «Әгәр ҙә беҙ конкурста еңһәк, бөтәһе лә беҙҙең менән сэлфи эшләйәсәк!.. Һәм беҙ киң танылыу яулаясаҡбыҙ!» - тип хыялланалар икән, ти былар. Тырышып көнө-төнө барабандарҙа һуғалар, репетиция яһайҙар икән. Тик, бер көн уларҙың йортона икенсе - ап-аҡ сысҡан ғаиләһе килеп инә. Аҡ сысҡандарҙың килеп инеүҙәре була, һоро сысҡандарҙың ҡайғы-хәсрәтһеҙ тормоштары, конкурс ҡайғыһы онотола. Ата-әсәләре араһында дошманлыҡ, ә балалары Шома һәм Фружа араһында – ДУҪЛЫҠ тоҡанып китә! Әммә ниндәй генә бәлә-ҡазалар килеп сыҡмаһын, Шома менән Фружи бер ҡасан да бер-береһенән айырылышмаҫҡа ант итәләр.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәләкәй сысҡандарҙың дуҫлығына ата-әсәләренең бер-береһен күрә алмаусанлығы ҡамасаулай. Кемдән ярҙам һорарға белмәгән Шома менән Фружи Бесәйгә мөрәжәғәт итәләр. Әммә, Бесәй ябай ғына бесәй булып сыҡмай, ул Бөйөк Тылсымсы бесәй. Ул Шома менән Фружины йә аҡҡа, йә һораға әйләндереп, унан һуң киреһенсә һоронан аҡҡа, аҡтан һороға әйләндереп, уларҙың ата-әсәләрендә дуҫлаштырырға ризалыҡ бирә. Шулай итеп, ДУҪЛЫҠ еңеп сыға, һоро сысҡандар менән аҡ сысҡандар бергәләшеп «Евромаус» конкурсында ҙур төркөм ойоштороп сығыш яһарға ант итәләр.

Һәр әкиәттәгесә, был мажаралар ҙа яҡшы тамамлана. Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт, татыулыҡ һәм тыныслыҡ тураһындағы был спектакль кескәйҙәргә һәм уларҙың ата-әсәһенең күңеленә хуш килер. Спектаклдәргә рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb