Башҡорт дәүләт академия драма театры бэби-театрҙар ижади форумында ҡатнаша

Башҡорт дәүләт академия драма театры бэби-театрҙар ижади форумында ҡатнаша

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы "Ләкләк" тип аталған беренсе бэби-театрҙар ижади форумында ҡатнаша. Ул 30 һәм 31 ғинуарҙа Татарстанда, Миңзәлә ҡалаһында  уҙғарыла. Беҙҙең театр "Күктән ергә тиклем" тип аталған кескәйҙәр өсөн спектакль менән  31 ғинуарҙа сығыш яһаясаҡ. 

Бэби-спектакль классик балалар өсөн спектаклдән үҙенең аудиторияһы (0+) менән айырыла. Декорациялар һәм актерҙар тамашасыларға яҡын урынлашҡан һәм өйҙәге кеүек йылы мөхит, яҡынлыҡ хистәре тыуҙыра. 

"Күктән ергә тиклем" спектакленең режиссеры - Алмаз Саҙриев. Унда Лилиә Ғәлина, Әлфирә Зәһиҙуллина, Юнир Ҡоланбаев, Морат Рафиҡов ҡатнаша.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb