Башҡорт драма театры Рәсәй һәм сит илдәр буйлап сәфәргә йыйына

Башҡорт драма театры Рәсәй һәм сит илдәр буйлап сәфәргә йыйына

Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә,  Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры Рәсәй һәм сит илдәр буйлап гастролдәргә сығырға йыйына.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда төп башҡорт театры үҙенең 100 йыллығын билдәләйәсәк.

Ҙур гастроль туры 2018 йылдың 11-14 октябрендә Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарында «Һөйәһеңме — һөймәйһеңме» спектакле (Флорид Бүләков, режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев) менән башлана.

2019 йылдың 4-6 февралендә театр Мәскәүгә юллана һәм А.С. Пушкин исемендәге драма театры сәхнәһендә сығыш яһай. Илебеҙҙең баш ҡалаһындағы гастролдәр барышында Гүзәл Яхинаның романы буйынса «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле сәхнәләштерелә.

2019 йылдың 3-7 апрелендә театр Ҡазанға бара, спектаклдәр Г. Камал исемендәге Татар академия театры сәхнәһендә күрһәтелә.

2019 йылдың июнендә Улан-Удэла Х. Намсараев исемендәге Бүрәт театры менән алмаш гастролдәр ойоштороу күҙаллана. Бүрәттәр Өфөгә яуап гастролдәре менән 2019 йылдың октябрендә килә.

Башҡорт театры Товстоногов исемендәге Ҙур драма театры (Санкт-Петербург) спектаклдәре менән дә алмаша. Был 2019 йылдың сентябрь башына билдәләнгән.

«Был — өс көнлөк, әммә театрыбыҙ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә гастролдәр. Унда ла «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен сәхнәләштерәбеҙ», — тип хәбәр итте Башҡорт театрының художество етәксеһе Олег Ханов.

7-10 ноябрҙә М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театры менән алмаш гастролдәр ҡаралған. Әле режиссер Рифҡәт Исрафилов Мостай Кәримдең повесы буйынса «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» спектаклен әҙерләй.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb