Башҡорт драма театры йәйге ижад миҙгелен дауам итә: "Мин һинең ҡәйнәң булам" спектакле сәхнәләштерелә

Башҡорт драма театры йәйге ижад миҙгелен дауам итә: "Мин һинең ҡәйнәң булам" спектакле сәхнәләштерелә

26 июндә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры С. Беловтың  "Мин һинең ҡәйнәң булам" комедияһын тәҡдим итә.

Нажия  менән Йәмилдең дуҫлашып йөрөүе әллә ҡасандан, тик никах сәғәттәре һаман һуҡмай, эште  өсөнсөгә өйләнергә  тиҙ  генә баҙнат итмәгән  Йәмил һуҙа.  Шулай ҙа, бер көндө Нажия, инде  лә   түҙемлеге бөтөп: «Әгәр ҙә  миңә ун һигеҙ йәш булһа, һинең менән яҙылышмайынса ла йәшәр инем. Ләкин  миңә күптән ун һигеҙ түгел, ғәфү ит, минең  бындай билдәһеҙлектә йәшәгем килмәй»,- ти. Ә Йәмил, һаман икеләнеп: “Ҡатыныңдың нисек буласағын белгең килһә - әсәһенә ҡара”, “Алма  ағасынан алыҫ төшмәй”, ҡыҫҡаһы, ней... Мин… әсәйең менән танышҡым килә»,- тип һалдыра,  буласаҡ ҡәйнәһенең  юҡҡа ғына  төрмәгә эләгеүен белмәйенсә.  Бар яҡтан да   килгән кейәүҙе ысҡындыра буламы һуң  Нажия!  Йәмилгә иректән «ҡәйнә»  эҙләй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb