Башҡорт бейеүе – Рәсәй төбәктәрендә

Башҡорт бейеүе – Рәсәй төбәктәрендә

Башҡортостан концерт залында башҡорт бейеүе башҡарыусыларының "Байыҡ-2023" телевизион бейеү конкурсы Гала-концерты үтте. Конкурста яңғыҙ , парлы , трио , квартет , егеттәр йәки ҡыҙҙар коллективы , бәләкәй һәм ҙур бейеү ансамблдәре көс һынашты һәм иң-иңдәр еңеп сыҡты. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә үҙенсәлекле бейеүҙәре менән сығыш яһаны һәм призлы урындарҙы яуланы.

Һамарҙан Лилиә Шәрәфетдинова, Пермь ҡалаһынан «Ләйлә” этник бейеүҙәр студияһы “Рәсәй Федерацияһында башҡорт бейеүен пропагандалағаны өсөн” номинацияһында еңеү яуланылар. Магнитогорск ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы йортонда эшләп килгән «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Гран приға лайыҡ булды.

"Байыҡ" сәхнәһен тик ныҡышмалдар, тырыштар, рухлылар ғына яулай. Төркиәнең Сакарья ҡалаһынан Лия Энгель «соло ҡатын-ҡыҙ», Силәбе өлкәһе Магнитогорск ҡалаһынан Баязит Абдуллин « соло ир-ат» номинацияларында беренсе, ә Санкт-Петербургтан Азалия Әбүбәкирова менән Александр Байбулатов «дуэттар һәм трио» номинацияһында икенсе урынды алды.

"Йылдың иң яҡшы ҡуйыусы-хореографы" номинацияһында Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов 100 меңлек серификатҡа лайыҡ булды. Асҡын районынан 71 йәшлек Наил Хәйруллин иһә Радмир Бәҙретдинов исемендәге махсус приз менән бүләкләнде.

Тамаша аҙағында «Байыҡ» конкурсына тоғро ҡалып, йыл һайын береһенән-береһе шәп, йөкмәткеле бейеүҙәр һалған, ауыл-ҡалаларҙа ансамблдәр, коллективтар булдырып етәкләгән остаздар сығып Гөлнәзирәне бейене. Тамашасылар уларҙың барыһын да алҡыштар менән ҡаршы алды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb