Башҡорт балетының легендаһы

Башҡорт балетының легендаһы

СССР-ҙың халыҡ артисы Зәйтүнә Насретдинованың тыуыуына - 100 йыл. 

Зәйтүнә Насретдинова сирек быуатҡа торошло оҙон сәхнә тормошонда милли, рус һәм сит ил классик спектаклдәрендә сағыу һәм ҡабатланмаҫ образдары аша үҙен киң диапазонлы талантлы классик бейеүсе тип танытты. 

Һоҡланғыс кеше һәм сағыу шәхес, талантлы балерина һәм педагог Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы Насретдинова 1923 йылдың 14 авгусында Өфөлә тимер юл эшсеһе ғаиләһендә тыуған. Баш ҡаланың 20-се мәктәбен (әле – Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Ленинград хореография училищеһының (әле – А. Ваганова исемендәге рус балеты академияһы) башҡорт бүлексәһен тамамлай. 1941 йылдың июлендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһында солистка сифатында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

Зәйтүнә Насретдинова сирек быуатҡа торошло оҙон сәхнә тормошонда милли, рус һәм сит ил классик спектаклдәрендә сағыу һәм ҡабатланмаҫ образдары аша үҙен киң диапазонлы талантлы классик бейеүсе тип танытты. Улар – Одетта һәм Одиллия, Аврора (П. Чайковскийҙың «Аҡҡош күле» һәм «Йоҡоға талған һылыу»ы), Никия, Китри (Л. Минкустың «Баядерка»һы һәм «Дон Кихот»ы), Жизель һәм Мирта (А. Адандың «Жизел»е), Франциска (И. Штраустың «Зәңгәр Дунай»ы), Эсмеральда (Ц. Пуниҙың «Эсмеральда»һы) һәм башҡалар.

«Сыңрау торна» тәүге милли балетындағы Зәйтүнгөл образы улар араһында айырым урынды биләй. Балет авторҙары – либреттист Ф. Ғәскәров, композиторҙар Л. Степанов һәм З. Исмәғилев үҙҙәренең әҫәрен йәш һәм талантлы балеринаға арнай. Республиканың тәүге профессиональ балеринаһы Зәйтүнә Насретдинова сирек быуатҡа яҡын партнеры, тормош иптәше һәм фекерҙәше булған Хәләф Сафиуллин менән бейей. Улар, театрҙың сит илдәргә гастролгә сыҡҡан тәүге артистары иҫәбендә булып, Германия, Болгария, Венгрия, Польша, Куба, Монголия, Бөйөк Британия, Шотландия, Ирландия, Корея тамашасыларының һөйөүен яулай.

Зәйтүнә Насретдинова бар ғүмерен бейеүгә арнаны һәм 40 йылдан ашыу Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры балет труппаһының педагог-репетиторы булып эшләне. Уның тырышлығы менән Башҡортостанда бөтә донъяға танылыу яулаған Өфө балет мәктәбе эшләй.

Зәйтүнә Насретдинованың фиҙакәр хеҙмәте халыҡ-ара эксперттар тарафынан да юғары баһалана. Уның исеме Бөйөк Британиялағы Халыҡ-ара биографиялар үҙәге тарафынан нәшер ителгән «Кто есть кто» – «Сто известных женщин мира» бөтә донъя биографиялар энциклопедияһына индерелде. Донъя мәҙәниәтенә ҙур өлөш индергәне өсөн 2006 йылда Халыҡ-ара биографиялар үҙәге советы (Кембридж, Бөйөк Британия) уға «Халыҡ-ара профессионал» тигән маҡтаулы исем бирҙе.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb