Башҡорт академия драма театрының Ҡазанда гастролдәре дауам итә

Башҡорт академия драма театрының Ҡазанда гастролдәре дауам итә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Ҡазан гастролдәре дауам итә.

15 ноябрҙә көндөҙ һәм кис Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының Бәләкәй сәхнәһендә Туфан Миңнуллин пьесаһы буйынса Азат Надыргулов сәхнәләштергән «Эҙләнем, бәғерем, һине» спектакле, Ҙур сәхнәлә Хәбибулла Ибраһимов әҫәренә режиссер Илсур Ҡазаҡбаев ҡуйған «Еҙнәкәй» спектакле күрһәтелде! Йәш актерҙар – Айым Сөләймәнова менән Руслан Хайсаров Татарстан телеканалына «Ҡазан тамашасыһы Башҡортостан тамашасыһынан нисек айырыла» тигән темаға интервьюға барып ҡайттылар.

16 ноябрҙә көндөҙ Ҙур сәхнәлә Нәжиб Асанбаев әҫәре буйынса ҡуйылған «Ҡыҙыл паша» спектакле, кис Ризаитдин Фәхретдиндең «Әсмә» драмаһы ҡуйылды. Шул уҡ көндө Ҡазан дәүләт энергоуниверситеты студенттары өсөн труппаның йәш актёрҙары «Внутри меня цунами»ны уйнаны.

17 ноябрҙә «Залесный» мәҙәниәт үҙәгендә Ҡазан гастроле сиктәрендә башҡорт театры актерҙарының мәктәп уҡыусылары менән Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа бағышланған «Ат уйнатып алдан бара» тип исемләнгән ижади осрашыуы булды. Ҙур залда кис сезондың «Килен» премьераһы Ҡазан тамашасыһына тәҡдим ителде.

Театр һөйөүсе дуҫтарыбыҙ, яҡташтарыбыҙ спектаклдәрҙе ихласлыҡ менән ҡаранылар. Күңелле ял сәғәттәре, ялҡынлы осрашыуҙар өсөн коллективҡа ҙур рәхмәттәрен белдерҙеләр.
Алда әле ике көн дауамында Ғәлиәскәр Камал театрының сәхнәләрен гөрләтеп күрһәтеләсәк вербатим-спектаклдәр, Хәлисә Мөҙәрисованың «Бәхет хаҡы» мелодрамаһы, Баязит Бикбайҙың «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһы бар. Беҙ театр коллективына артабан да уңышлы сығыштар теләйбеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb