Башҡорт академия драма театры гастролдәрҙән ҡайтты

Башҡорт академия драма театры гастролдәрҙән ҡайтты
Стәрлетмаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе сәхнәһендә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Баязит Бикбай пьесаһы буйынса Хәмит Ирғалиндың «Ҡаһым түрә» драмаһы күрһәтелде (режиссеры Олег Ханов). Тамаша залы - шығырым тулы, халыҡ әйтмешләй, алма төшөр урын юҡ ине. Сәхнәлә бәйән ителгән тарихты тамашасылар ихлас ҡабул итте. Һәр бер күренеште, драмалағы хәл-ваҡиғаларҙың боролошон күңеле аша үткәреп, йә тулҡынланып тын алмайынса, йә ғорурланып «афарин» ҡысҡырып, йә ҡыуанып алҡышлап ҡаршы алды стәрлетамаҡтар һәм ҡала ҡунаҡтары. Ә һуңғылары хатта Мысыр студенттары булып сыҡты.
- Рәсәй менән Франция араһындағы һуғыш тураһында беләбеҙ, әлбиттә, әммә башҡорттарҙың батырлыҡтары тураһында тәүге тапҡыр ишеттек, - тип һоҡланыуын белдерҙе ҡунаҡтар.
Был кис Башҡорт академия драма театры менән бергә Стәрлетамаҡ ҡала һәм район мәҙәниәт һәм сәнғәт бүлектәре етәкселәре булды. Улар белдереүенсә, быйыл Стәрлетамаҡта данлыҡлы яҡташтары Ҡаһым түрәгә бағышланған республика йыр бәйгеһе уҙғарыласаҡ. Театрҙың спектакле улар өсөн асыш һәм илһам сығанағына әүрелгән. Пьеса авторы Хәмит Ирғалин Стәрлетамаҡ ҡалаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Стәрлетамаҡта театр өсөн тағы ла бер тулҡынландырғыс ваҡиға булды. Күптән түгел театрға Ибраһимовтар ғаиләһенән бер үҙенсәлекле хат килеп төшкәйне. Игеҙәк малайҙарының береһе Данирҙы дауалауға бик күп сығымдар талап ителгәс, ярҙам һорап театрға мөрәжәғәт иткәйнеләр. Хаттарын бөтә коллектив менән уҡып сығып, театрҙың хеҙмәткәрҙәре ҡулдарынан килгәнсе ярҙам итеп, аҡса йыйҙыҡ. Шуның менән бер рәттән театрҙың «Бәйләнештә» селтәрендә премьера спектаклдәре фотоколлекцияһынан төҙөлгән яңы календарен отоу буйынса аукцион формаһында уйын уҙғарылды. Ике аҙна дауа иткән акцияла театрыбыҙҙың тамашасыһы, рухташы Дамир Ғәббәсов иң юғары хаҡ менән (5100 һум) алды. Иң һуңғы һәм. Егет Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев ҡулынан бөтә ижади коллективтың теләктәре һәм автографтары ҡуйылған уникаль календарҙы алды.

Театр сайтынан

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb