Башҡорт академия драма театры гастролдәргә юллана

Башҡорт академия драма театры гастролдәргә юллана

«Ҡарҙар ирей, һыу таша, талдар бөрөһөн аса»,- тип йырлай, яҡты хыялдарға бирелеп, яңы ғына сәхнә күргән «Хыялға ҡаршы» спектакленең геройҙары. Был көй премьеранан һуң да ҡолаҡта сыңлап тора. Яңы спектаклдән һуң күп тә үтмәй Мәскәүгә «Алтын битлек»кә юлланды коллектив... Март - апрель айҙарында театрҙың былай ҙа әүҙем тормошо, тәбиғәттең үҙе кеүек үк, уғата йәнләнә. Яңы спектаклдәр өҫтөндә туҡтауһыҙ эштәр, гастролдәр, республиканың төрлө ҡала һәм райондарында йәшәгән тамашасылар менән ихлас осрашыуҙар.
Был юлы Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артистары Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева һәм башҡа билдәле сәхнә оҫталары, йәштәр ҡатнашлығындағы «Бәхет хаҡы» музыкаль мелодрамаһын :
13 апрелдә - Салауат,
14 апрелдә - Стәрлетамаҡ ҡалалары тамашасаһы ҡарай ала.

«Ике төш» премьера спектакле (М.Бағаев) бай йөкмәткеһе һәм заманса ҡуйылышы менән бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Был әҫәр:
12 апрелдә – Дүртөйлө ҡалаһында уйнала.
12 апрелдә - Дүртөйлөлә кескәйҙәрҙе «Белмәҫйән мажаралары» әкиәте лә көтә.

15 апрель - Красноусольск һәм
29 апрель - Асҡын ауылы халҡына Т.Миңнуллин пьесаһы буйынса «Мин – ҡатын -ҡыҙ» бишек йыры (16.00 һәм 19.00 с). тәҡдим ителә.

Апрель гастролдәрен күңелле, халыҡсан һәм фәһемле комедиялар тамамлай:
16 апрель – Яңауылда,
17 апрель – Нефтекама ҡалаһында «Әбейүшкә@ эт.тущка. Ru” заманса комедияһы була.
27 апрелдә - Учалы районы тамашасыһын Б.Бикбай һәм З.Исмәғилев яҙған үлемһеҙ «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһы көтә.
Спектаклдәргә рәхим итегеҙ, ҡәҙерле дуҫтар!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb