Башҡорт академия драма театры Федор Волков исемендәге Рәсәй Хөкүмәте премияһына лайыҡ булды

Башҡорт академия драма театры Федор Волков исемендәге Рәсәй Хөкүмәте премияһына лайыҡ булды

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры театр сәнәғәте үҫешенә өлөш индергән өсөн Федор Волков исемендәге Рәсәй Хөкүмәте премияһы лауреаты булды. Рәсәй Федерацияһы Премьер-министры Дмитрий Медведевтың ҡултамғаһы менән тейешле бойороҡ Рәсәй Хөкүмәте сайтында баҫылып сыҡты.

Мәртәбәле премияға лайыҡ булыусылар исемлегендә: «Тирмәкәй» Вологод өлкә  ҡурсаҡ театры  һәм Әли Шогенцуков исемендәге Ҡабарҙы дәүләт драма театрының алдынғы драма артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының халыҡ артисы Кунь Жакамухова.  

Премия ижади эшмәкәрлеге профессиональ театр сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән провинциаль театрҙарға, театр-тамаша ойошмалары һәм ижади хеҙмәткәрҙәренә  бирелә.

Белешмә өсөн: Федор Волков исемендәге премия 1999 йылда ойошторолған. Беренсе профессиональ театр булып 1756 йылдың 30 авгусында ойошторолған «Трагедия һәм комедия спектаклдәре өсөн рус театры» һанала. Ул Рәсәйҙең Император театрҙарына нигеҙ һалған, ә «беренсе рус актеры» итеп, рус театрын ойоштороусы булып иҫәпләнгән, Федор Волков тәғәйенләнгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb